Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда гастарбайтерҙар артырмы-кәмерме?


Республика хөкүмәте ҡарамағындағы миграция мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Унда ширҡәттәргә 2011 йылда квоталар биреү тәртибе, сит ил эшсе ҡулдарын саҡырыу ҡағиҙәләре ҡаралды.

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, быйыл Башҡортостанға 22 меңдән ашыуыраҡ квота бүленгән. Уларҙың күбеһе ауыл хужалығы, атап әйткәндә йәшелсә үҫтереү, хужалыҡтарҙағы төрлө йомоштарға йәлеп ителгән.

Шулай уҡ төҙөлөш тармағына ла саҡырылғандар байтаҡ. Ә бына сауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүгә квоталар бермә-бер кәметелгән. Ведомство-ара комиссия ултырышында алдағы йылға квоталар һанын сама менән 19 меңдән билдәләргә ҡарар ителде. Быйыл заявка биреп тә һуңынан баш тартҡан ойошма-ширҡәттәр 2011 йылға заявка бирә алмай.

Татарстандың Һаба районында башҡорт радиоһын тыңлайҙар. Унда Ирәндек тип аталған радиоүҙәктә туған телдә яңылыҡтар программаһы алып барыла, концерттар бирелә. Радионы Һаба районында йәшәүсе милләттәштәребеҙ асып ебәргән.
XS
SM
MD
LG