Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 01:29

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай яҙғы сессияһын тамамланы


Каникул алдынан депутаттар бөгөн һуңғы ултырышҡа йыйылды. Көн тәртибенә 4 тиҫтә самаһы норма - хоҡуҡ акты сығарылғайны.

Уларҙың араһынан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн комендант сәғәте тураһында документты айырым билдәләп үтергә мөмкин. Ҡанун бөгөн ҡабул ителде, уға ярашлы тәүлектең ҡараңғы мәлендә 17 йәшкә тиклемгеләр ата-әсәләре, йәки уларҙы алыштырыусыларҙан тыш урамда үҙҙәре генә йөрөргә тейеш түгел.

Ҡанун боҙолған осраҡта үҫмерҙең ата-әсәһенә штраф янай. Депутаттар ҡанунды берҙәм хупланы.

Парламентта ҡаралған тағы бер тема - Рәсәйҙә Ислам тәғлимәте тарала башлау датаһын булдырыуға бәйле. Мәғлүм булыуынса, Дума һәм Федераль йыйылыш русте суҡындырыу көнөн ҡабул иткәйне.

Мосолмандар күпләп йәшәгән төбәктәр исламға ла ошондай ҡараш талап итте. Бөгөн депутаттар ошо норма хоҡуҡ актына ла ыңғай тауыш бирҙе. Проект Мәскәүгә Думаға юлланасаҡ.

XS
SM
MD
LG