Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 14:38

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыслы ширҡәттәр тикшерелде


Ведомство-ара комиссия ултырышында район-ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары, үҙ хеҙмәткәрҙәренә аҡсаны ваҡытында түләмәгән ойошмалар етәкселеге ҡатнашты.

Эш хаҡы буйынса бурыстары булған ширҡәттәр эшмәкәрлеген республика прокуратураһы даими тикшерә. Мәҫәлән, Өфөнөң Монолитстрой һәм Ауырғазы районының “АгроСтройРегион” төҙөлөш компаниялары үҙ эшселәренә бер йылға яҡын эш хаҡы түләмәгән.

Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, Монолитстрой компанияһы хеҙмәткәрҙәренә 10 миллион һумдан ашыу аҡсаны биреп еткермәгән.

Дөйөм алғанда Башҡортостанда 1 мең 178 хеҙмәткәргә 19 миллион 254 мең һум бурыс бар.

XS
SM
MD
LG