Accessibility links

Кайнар хәбәр

Экологтар Ирәмәлгә хәүеф янай тип хәстәрләнә


Башҡорттоң изге тип йөрөткән тауында Магнитогорск бизнесмендары джиптарҙа уҙыш уҙғарырға йыйына. Ҙур Ирәмәлгә үрләү ярыштарын "Шүрәле" тип аталған клуб ойоштора.

Силәбенең текә егеттәре быға тиклем дә Учалыға килеп Ирәмәлгә машиналарҙа менер булған, урындағы экологтар уларҙың тәбиғәтте тыныс күңел менән әрәм итеүҙәренә аптырай.

Ни тиһәң дә Джип – ҡеүәтле машина, уның тәгәрмәстәре аҫтында һирәк осрай торған үҫемлектәр тапалып әрәм була. Ирәмәл – Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәләренең береһе. Буйы – 1 километр 582 метр. Ул – дәүләт ҡурсаулығы.
XS
SM
MD
LG