Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт телен өйрәнеү кемгә зыян итә?


Башҡортостан өсөн хәҙер төп тема милли компонентҡа ҡайтып ҡалды. Президент блогында ошо тема буйынса фекерҙәр иң күбе тиергә була.

Блогтағы һорауҙар араһында аҫаба халыҡтың телен өйрәнергә теләмәйбеҙ тигәндәре байтаҡ. Ҡайһы бер ауылдарҙа компьютер төҫөн күрмәгән уҡыусылар бар. Ошондай проблемалар тураһында һөйләһе урынға башҡорт телен уҡытыу-уҡытмауға бәйләнеү шымартыбыраҡ әйткәндә, ҡыҙыҡ та түгел кеүек.

Президент һәм мәғариф блогына бер кеше төбәк компоненты предметтары кәрәкле фәндәрҙе ситкә этәреп сығара тип яҙа. Икенсеһе башҡорт телен өйрәнеү рус теленә зыян итә тип белдерә. Өсөнсөһө бөтөп барған башҡорт телен өйрәнеү аҙ һанлы аҫаба халыҡтың мин-минлеген ҡәнәғәтләндереү тип фекерләй.

Башҡорт теле өсөн борсоулы был тема башҡа милли телдәргә лә ят түгел. Мәҫәлән, Өфө мәктәптәрендә уҡытыусылар Татарстанға көнләшеп ҡарай. Күрше республикала татар һәм рус теле уртаҡ күләмдә уҡытыла. Татарстан юғары уҡыу йорттарында уҡытыу, кәңәшмәләр, форумдар рус телендә генә түгел, ә татар телендә лә алып барыла тигән хәбәр йыш ишетелә.

Башҡортостандағы башҡорт булмаған милләттәр дәүләт теле башҡортсаны өйрәнмәй, ә бына Башҡорттарҙың тәүге ҡоролтайында делегат булараҡ ҡатнашҡан Германия профессоры Маргарет Эрсен Раш ханым башҡорт телендә бик иркен аралаша. Германияла хатта уның эшен дауам итеүсе шәкерттәре лә бар. Маргарет ханым башҡорт теле һүҙлеге тигән китап та сығарып өлгәрҙө.
XS
SM
MD
LG