Accessibility links

Кайнар хәбәр

Учалы районында ҡоторған төлкө кешеләргә ташлана


Учалы районында ҡоторған төлкө кешеләргә ташланған. Уның тешләүенән сир йоҡторған 32 йәшлек ҡатын вафат булған.

Иртәнсәк һыйыр һауғанда уға бер төлкө ташлана. Хәләл ефетен ҡурсалаған хужаны ла ул тешләп өлгөрә. Ғаилә дауалана башлай тик дауа курсы тамамланып өлгөрмәй, ҡатын кеше билдәләнгән 6 прививканың 4һен генә ҡаҙатып өлгөрә, сир уны алып китә.

Быйыл республикала малдар араһында ҡотороу сиренең 172 осрағы асыҡланған.
XS
SM
MD
LG