Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә эш хаҡы ала алмаусы ашауҙан баш тартҡан


Айҙар буйы эш хаҡы ала алмаусылар һуңғы сиккә барырға мәжбүр. Өфөләге төҙөлөш ойошмаларының береһендә эшләгән Ғәфүр Ғәбитов атлы егет үҙ бригадаһына аҡса таптырып инде ике тәүлек самаһы бейек кран башында ултыра. Ул ашауҙан да баш тартҡан.

Төҙөүселәр ике айҙан ашыу хеҙмәт хаҡы алмай. Ғәфүр үҙе өсөн генә түгел, ябай эшселәр өсөн аҡса һорай. Бурыс бер миллион 200 мең һум самаһы.

Төҙөлөш етәкселәре яғынан да, властарҙан да яуап булмаған. Кран янында тиҙ ярҙам һәм милиция ғына дежурҙа тора.

Төҙөүселәрҙең кранға менеп, хеҙмәт хаҡын даулауына бәйле йыл башынан был бишенсе осраҡ.
XS
SM
MD
LG