Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 11:39

Башҡортостанда мосолмандар өсөн банк карталары сыға


Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты АФ Банкы менән берлектә мосолман карталарын әҙерләп сығарҙы. Һаҡлыҡ банкыһына һалынған аҡсалар хәйриә фондына күсерелә.

Мосолмандар өсөн банк карталары ислам ҡанундарына тулыһынса яуап бирә. Шулай уҡ, тиҙҙән республикала хәләл такси барлыҡҡа киләсәк. Уның үҙенсәлеге шунда - руль артында мосолман водителдәр генә буласаҡ, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙы гүзәл зат вәкилдәре генә йөрөтәсәк.

Машина йөрөтөүсенең милләте роль уйнамай. Ул тәү сиратта әҙәпле булырға, салонда тәмәке тартмаҫҡа, аҡыртып поп- музыка һәм шансон ҡуймаҫҡа, юҡ-бар һорауҙар менән юлсының теңкәһенә теймәҫкә тейеш.

XS
SM
MD
LG