Accessibility links

Кайнар хәбәр

Әхмәт Сөләймәнов: "Башҡорттар быйылғы йәнисәптә кәмергә мөмкин"


Әхмәт Сөләймәнов
Әхмәт Сөләймәнов

Өфөләге танылган башҡорт галиме, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов Башҡортостан быйылғы халыҡ исәбен алыуга етди әзерләнмәне тип исәпләй. Был күп башҡорттарҙы юғалтыуға килтерәсәк, ти ул.

Әхмәт Сөләймәнов, танылган ғалим һәм мөғәллим булыу менән бергә, элекке йылдарҙа башкорт милли хәрәкәтендә лә әүҙем ҡатнашҡан кеше ине. Үзе әйтеүенсә, милли ойошмалар эшенән 2006 йылда киткән ул. Уға Башҡортостан хакимиәттәренең быйылғы йәнисәпкә әҙерлеге оҡшамай.

“Быйылғы халыҡ исәбен алыуға әҙерлек осоронда башҡорт телле матбуғат басмаларының һәм радио-телевидениенең тапшырыуҙарын исәпкә алмаһаң, башка төрлө аңлатыу эштәре алып барылманы, Рәсәй төбәктәренә барып аңлатыу эштәре лә ойошторолманы”, ти Әхмәт Сөләйманов.

Башҡортостанда, 2002 йылдагы халыҡ исәбен алыуҙан һуң, башҡорттарҙың халыҡ һаны буйынса урыстарҙан кала икенсе урынга менеүҙәрен дөрөс, тип белдерә Әхмәт әфәнде. “Ә инде татар ғалимдары һәм татар милли ойошмалары был һөзөмтә менән килешмәй икән, был уларҙың үҙ эше”, ти Әхмәт Сөләйманов.

Уның фекеренсә, халыҡ исәбен алғанда, Рәсәй хакимиәттәре һаман да бәләкәй милләттәрҙе күп төркөмдәргә бүлгәләү, ваклау сәйәсәтен алып бара. “Бының менән улар милләттәрҙең йөҙөн югалттырып, Америкалагы кеүек дөйөм бер милләт, “ватандаштар” тигән төшөнсәне генә ҡалдырырға теләй”, ти Әхмәт Сөләйманов.

Әхмәт Сөләймановты милли мәктәптәрҙең бөтә барыуы ла, татар менән башҡорттоң каршылыгы ла, башка милли проблемалар ҙа борсой. “Татар менән башҡорт үзара көрәшкәндә башҡалар ситтән карап шатланышып торасак. Кем әйтмешләй, был хәлдә ҡозгонга азыҡ ҡына булабыз без”, ти Әхмәт Сөләйманов.
XS
SM
MD
LG