Accessibility links

Кайнар хәбәр

Һунарсылар ла айыу ҙа зыян күргән


Архангель районында ауға сығыусылар үҙҙәре үк ҡорбанға әйләнгән. Һунар миҙгеленә рөхсәт булмауға ҡарамаҫтан, 3 кеше ауға сыға. Улар инә айыуға осрап, уны яралай. Яраланған айыу һунарсыларға ташлана. Баҫтырып килгән йыртҡысҡа атҡан ваҡытта пуляларҙың береһе артҡа ҡалған егеткә эләгә.

Айыу, ҙа, уға һунарға барыусы ла атып үлтерелә. Әле республиканың тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре ваҡиға буйынса тикшереү башлаған.
XS
SM
MD
LG