Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 17:27

Башҡортостан татарҙары берләшә


Оппозиция лидеры тип йөрөтөлгән Рәмил Бигнов һәм рәсми хакимиәт менән дуҫлыҡта йәшәгән Рәил Әсәҙуллин журналистарҙы йыйып берләшеүҙәрен иғлан итте. Быға тиклем президент хакимиәтендә ошо темаға һөйләшеү булды, тап рәсми власть башланғысы менән беҙ берләшәбеҙ тине ике ойошма етәкселәре.

Ошо арала яңы ойошманың ойоштороу йыйыны буласаҡ. Башҡортостан татарҙарының берләштерелгән берекмәһенә теркәлгән һәм теркәлмәгән барлыҡ татар ойошмалары инәсәк. Президиум уларҙың етәкселегенән төҙөлә. Рәйесте президиум һайлаясаҡ. Әлегә берләшкән ойошма милли мәҙәниәт, халыҡтар дуҫлығы һәм милләттәр тиңлеге проблемаларын күтәрергә йыйына.

XS
SM
MD
LG