Accessibility links

Кайнар хәбәр

Нияз Мәжитов ысын тарихны халыҡҡа еткермәксе


Өфө ҡалаһына нисә йәш? Рәсми документтар буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы 435 йыл элек барлыҡҡа килгән. Әммә археологтар бер-нисә йыл тикшеренеүҙәр алып барғандан һуң уға мең ярым йыл элек нигеҙ һалыныуын иҫбатланы. Ҡаҙыу эштәре Өфөгә ингән урында, Пушкин һәм Новомостовая урамдары тирәһендә алып барылды.

Билдәле археолог Нияз Мәжитов әйтеүенсә, “Башҡорттар тирмәләрҙә генә йәшәгән, ултыраҡ тормошҡа яраҡлашмаған, фәҡәт күсмә тормош алып барған тигән һүҙҙәр дөрөҫлөккә бөтөнләй тура килмәй.

Халыҡтың ысын тарихын йәмәғәтселеккә еткереү өсөн бындай асыштарҙы мәктәптәрҙә тарих дәреслектәренә индерергә кәрәк”.
XS
SM
MD
LG