Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мосолмандар өсөн изге ғәмәл көндәре – хаж башланды


Башҡортостанда был эш менән бер-нисә ширҡәт шөғөлләнә. Уларҙың береһе – Урал-хаж төркөмө хажиҙарҙың тәүге төркөмөн мәккәгә оҙатты. Осҡоста 162 мосолман изге ғәмәл ҡылыуға юл алды. Урал-хаж быйылдан бер-нисә яңылыҡ индергән. Уларҙың береһе – хажға барыусыларҙы табиптар оҙатып йөрөй.

Урал хаж төркөмө етәксеһе Таһир хажи Дәүләтҡол әйтеүенсә, ғәрәп иленә сәйәхәт ҡылыусыларҙың барыһы ла прививка яһатҡан, тейешле талаптарҙы үтәгән. Билет хаҡына килгәндә, Өфөнән Мәккәгә тура рейс 110 мең һумға барып баҫа.
XS
SM
MD
LG