Accessibility links

Кайнар хәбәр

Торатау тәбиғәт һәйкәле статусын һаҡлап ҡалды


Был турала Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры Иҙел Шәйәхмәтов белдерҙе.

Быға тиклем Торатауҙы Стәрлетамаҡтың Сода йәмғиәтенә сеймал сығанағы буласаҡ тип белдергәйнеләр. Иҙел Шәйәхмәтов әйтеүенсә, Торатау – геологик төҙөлөшө буйынса ер йөҙөндә берҙән-бер тау, уның биләмәләрендә шулай уҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән 25 төр үҫемлек бар.

Бынан тыш ул тәрбиәүи һәм тарихи әһәмиәткә эйә – тауҙа борондан төрлө йолалар башҡарылған, башҡорт йыйындары үткән.
XS
SM
MD
LG