Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда бала хоҡуҡтары тикшерелде


Демократик йүнәлештә үҫеүсе Рәсәйҙә бала хоҡуҡтарына бәйле мәсьәлә һаман да хәл ителмәй ҡала. Уларҙың береһе – ғаилә тарҡалғанда баланың торлаҡҡа хоҡуҡтары үтәлмәй. Йәғни, торлаҡ атай кеше исеменә яҙылған осраҡта, айырылғандан һуң бала һәм әсәй унда йәшәргә тейеш түгел. Рәсәйҙең Граждандар кодексына ярашлы, фатир уның хужаһына ҡала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо мәсьәләгә арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса документ әҙерләү кәрәклеге билдәләнде. Ҡанун проекты Республика парламентында тикшерелгәс, уны Дәүләт Думаһына тапшырыу ҡаралған.
XS
SM
MD
LG