Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 01:30

Ахун комплексы һаҡлауға мохтаж


Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Альбина Буранғолова етәкселегендәге делегация Учалы районында булып китте. Депутаттар һәм экологтар Ахун ауылы янындағы археология ҡомартҡыһына бәйле хәл менән яҡындан танышты. Башҡортостандың мәҙәни мираҫына индерелгән Ахун комплексы 13 тораташтан тора, беҙҙең эраға тиклем 15-12 быуаттарҙа астрономик иҫәпләүҙәр маҡсатында ҡулланылған Урал-Волга буйы төбәгендә берҙән-бер обьект һанала. Күптән түгел уны вандалдар емереп киттеләр, тәре, башҡа мыҫҡыллы һүҙҙәр яҙҙылар.

XS
SM
MD
LG