Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә аферистар 75 йәшлек ҡатындан 2 миллион һум алып киткән


Өфөлә аферистар 75 йәшлек ҡатынды алдап, 2 миллион һум аҡсаһын алып киткән. Ваҡиға Колхоз баҙарында була. Әбейҙең янына урта йәштәрҙәге ҡатын килеп, унда сихыр барлығы хаҡында әйтә. Һүҙгә тағы бер кеше ҡушыла. Ул да күрәҙәсенең үҙенә ярҙам итеүе, ирен үлемдән ҡотҡарыуы тураһында бәйән итә. Һөҙөмтәлә, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүсе, кенәгәһенән 2 миллион һум аҡса алып, енәйәтселәр ҡулына тоттороп ебәрә. Салауат ҡалаһында ла ошондай уҡ хәл була. Бында 87 йәшлек ҡатын үҙен боҙомдан азат итеүсегә 500 мең һум аҡсаһын бирә. Башҡортостанда пенсионерҙар ас йәшәй ти бәғзеләр.
XS
SM
MD
LG