Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 14:49

Башҡортостанда административ штраф күләме артасак


Башҡортостанда административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штрафтарҙы артырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Республиканың административ ҡануниәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында кодексҡа өҫтәлмәләр индереү буйынса эшсе төркөм ойошторолғайны. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекс проекты 22 октябрҙән 12 ноябргә тиклем тикшереүҙә булды, кешеләрҙән, власть вәкилдәренән, төрлө ойошмаларҙан тәҡдимдәр өйрәнелде. Уларҙан күренеүенсә, күптәр административ штраф күләмен арттырыу яғында. Тәү сиратта һыуҙы, ҡала-ауыл биләмәләрен бысратыу, машинаны билдәләнмәгән урынға ҡуйыу, урамда сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоу, башҡалар ял иткәндә тауышланыу, төндәрен алкоголь менән сауҙа иткән өсөн штрафтарҙы арттырыу күҙаллана.

XS
SM
MD
LG