Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда минималь хеҙмәт хаҡы 5500 һум буласак


Йыл аҙағында ҡаҙна өлкәһендә эшләүселәр оклад күләмендә бер тапҡыр бирелә торған өҫтәмә түләү, халыҡ телендә әйткәнсә 13-сө эш хаҡы аласаҡ. Юғары белем биреү системаһында эшләүселәргә иһә был сумма ике тапҡыр бирелә. Был турала президент Рөстәм Хәмитов минималь хеҙмәт хаҡын күтәреү буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйғанда белдерҙе. Документҡа президент Рөстәм Хәмитов, республика профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов, сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Анатолий Бондарук һәм эш биреүселәр берлеге етәксеһе Владимир Шолом ҡул ҡуйҙы. Килешеүгә ярашлы, 1-се ғинуарҙан Башҡортостанда минималь хеҙмәт хаҡы 5 мең ярым һумдан билдәләнә.
XS
SM
MD
LG