Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә Урал батырға арналған халыҡ-ара конференция үтә


Ноябрҙең һуңғы көнөндә Өфөлә башҡорт халҡының арҙаҡлы эпосы –Урал батырға арналған халыҡ-ара конференция үтә. Унда Башҡортостан, Рәсәй, сит ил ғалимдары ҡатнашасаҡ. Халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов Урал батырҙы теүәл 100 йыл элек ҡурайсыларҙан яҙып алған. Ошо датаға арнап, эпосты сит телдәрҙә һөйләү буйынса уҡыусылар бәйгесе уҙғарылды. 30 ноябрҙә үтәсәк халыҡ-ара форумда Урал батыр эпосын донъя рухи-мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә индереү мәсьәләһе күтәреләсәк. Яҙыусы-тәржемәсе Айҙар Хөсәйенов фекеренсә, дәүләт матди байлығы менән түгел, рухи ҡомартҡылары менән бай. Ошо осраҡта ғына уны йәмәғәтселек ихтирам итәсәк. Американы ла байлығы өсөн түгел, Голливуд өсө яраталар, тигән фекерҙә Айҙар Хөсәйенов.
XS
SM
MD
LG