Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт ҡоролтайы делегацияһы Пермгә юлланды


Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты делегацияһы Пермгә юлланды. Башҡортостан вәкилдәре Барҙым, Осин, Чернушин райондарында буласаҡ. Барҙым район үҙәгендә улар хакимиәт кешеләре менән осраша, сәнғәт мәктәбендә ижади коллективтар эше менән таныша, шулай уҡ урындағы гимназияла башҡорт синыфын асыу буйынса фекер алыша.

Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, Башҡортостан делегацияһы менән берлектә Пермь башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек тә тикшерелә. Урындағы башҡортттар 17 декабрҙә Ҡоролтай йыйып Өфөлә үткән 3 йыйында ҡабул иткән программалар үтәлешен ҡарай.
XS
SM
MD
LG