Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 23:26

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай көҙгө сессияға йомғаҡ яһаны


Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай көҙгө сессияға йомғаҡ яһаны. Депутаттар һуңғы ултырышта йәмғеһе 60-лап мәсьәлә ҡараһа, уларҙың 30-ы теге йәки был район-ҡалаға мирауай судья тәғәйенләүгә фатиха биреүгә ҡайтып ҡалды. Ҡалған закон проекттары буйынса Башҡортостан парламенты депутаттары бер ҡаршылыҡһыҙ тауыш бирҙе.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа йәмғеһе 120 депутат иҫәпләнә. Әммә уларҙың байтағы бер сәбәпһеҙгә комитет һәм парламент ултырыштарына йөрөмәй. Бөгөнгө ултырышта ла 95-е генә ҡатнашты. Ултырыш һуңында спикер Константин Толкачев коллегаларына мандатһыҙ ҡалыу менән янап ҡуйҙы.

Дөйөм алғанда, 2010 йылда республика парламенты бер йөҙ самаһы ҡанун ҡабул иткән.

XS
SM
MD
LG