Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 00:27

Район башлыҡтары Рөстәм Хәмитовҡа хат күндергән


Башҡортостандың 5 районы хакимиәттәре башлыҡтары президент Рөстәм Хәмитовҡа хат күндергән. Улар Башҡортостан Яғыулыҡ-энергетика ширҡәттәрен һатыуҙан килгән аҡсаны нисек файҙаланыуҙы белергә теләй. Мөрәжәғәткә Әлшәй районы башлығы Дамир Мостафин, Бишбүләк хакимиәте етәксеһе Наил Ғатауллин, Бүздәктән Радик Хажиев, Благовар районы хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов һәм Тәтешле башлығы Рушан Гәрәев үҙ имзаларын ҡуйған.

Уларҙың хатында әйтелгәнсә, «беҙ Яғыулыҡ-энергетика ширҡәттәрен һатыу, аҡсаны файҙаланыу тәртибен тикшерергә йәки дәғүә белдерергә йыйынмайбыҙ, был тема ғәйәт ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Башҡортостандың нефть табыштары яҙмышы күп ватандаштарҙы борсой».

5 башлыҡтың берлектәге хатында әйтелгәнсә, «Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика ширҡәттәрен һатыуҙан табыш Республика район-ҡалаларына тотонолорға тейеш, сөнки ул – республика һәм уның халҡының байлығы».

XS
SM
MD
LG