Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан егете Рәсәйҙә Йыл спортсыһы исеменә лайыҡ булды


Башҡортостан спортсыһы, Ванкувер Паралимпиадаһы чемпионы Ирек Зарипов быйыл Рәсәйҙә Йыл спортсыһы исеменә лайыҡ булды. Ул Канадалағы Планета уйындарында 4 алтын,1 көмөш миҙал алып донъя кимәлендә танылыу яуланы.

Ирек Зариповтың әсәһе Вәсилә Мостафа ҡыҙы улының был ҡаҙаныштарында ғаиләһе һәм тренерҙарының тырышлығы ғына түгел, Иректең ныҡышмал, сәмсел холҡо, тормошто яратыуы ярҙамсы булды тип белдерә.

Ирек Зарипов 17 йәшендә ҡаты аварияға осрап, ике аяғын юғалта. Егетте үлем тырнағынан ата-әсәһе, туғандары йолоп ҡала. Аҡсаһын да, дарыуын да табалар. Терелгәс, Ирек яңы шөғөл таба – спорт менән шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә – Ванкуверҙа бер үҙе 5 миҙал яулай.
XS
SM
MD
LG