Accessibility links

Кайнар хәбәр

Экология министрлығы йәнлек-ҡоштарҙың иҫәбен ала башлай


Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығы йәнлек-кейек һәм ҡоштарҙың иҫәбен ала башлай. Егерҙар йыйған мәғлүмәттәр буйынса, алдағы йылға һунар өсөн лимиттар билдәләнәсәк. Инспекторҙар ҡышҡы маршрут буйынса йөрөп, йәнлек-ҡоштарҙың аяҡ эҙҙәре буйынса яҡынса иҫәп йыя. Ведомство белгесе Заһир Салауатов әйтеүенсә, "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән хайуандар тураһында ла мәғлүмәттәр тупланасаҡ.
XS
SM
MD
LG