Accessibility links

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда төрлө фәндәрҙән олимпиадалар үтә


Ҡышҡы каникулдар уҡыусыларҙың бер өлөшө өсөн айырыуса яуаплы осор. Тап ошо көндәрҙә мәктәп, район һәм республика кимәлендә төрлө фәндәрҙән олимпиадалар үтә. Рәми Ғәрипов исемендәге башҡорт гимназия- интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы асылды. Републикабыҙ район һәм ҡалаларынан 400-ҙән ашыу бала тел буйынса оҫталыҡтарын күрһәтергә килде. Күрше төбәктәрҙән - Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм Татарстан республикаһынан да уҡыусылар олимпиадала ҡатнашырға теләк белдергән.

Мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин әйтеүенсә, төбәк-ара олимпиадала еңеүсе 11-се синыф уҡыусылары юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы факультеттарына имтиханһыҙ ҡабул ителәсәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада өс турҙа үтә. Викторина, инша һәм сәсәндәр бәйгеһе. Еңеүселәр 12 ғинуарҙа билдәләнәсәк.
XS
SM
MD
LG