Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 21:36

Стәрлетамаҡта фанаттар ҡыуылды


800 милиция хеҙмәткәре Стәрлетамаҡты Грозныйҙың Терек футбол командаһы көйәрмәндәренән ҡотҡарҙы. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре махсус күнекмәләр үткәрҙе. Тәртип һаҡлау органдары ҡалала шартлатҡыс матдәләрҙе зарарһыҙландырҙы, футбол фанаттарының күләмле ризаһыҙлыҡ акцияһын тынысландырҙы.

Майҙандағы күрһәтелгәндәрҙән һабаҡ алыу мөһим тип билдәләй министр Игорь Алешин. Шуға ла күнекмәләрҙе район-ҡала эске эштәр бүлеге һәм идаралыҡтары етәкселәре лә ҡараны. Өфөлә тупланған тәжрибәне улар үҙ биләмәләрендә ойошторолған уҡыуҙар менән нығытасаҡ.

Өфөләге күнекмәләрҙә барлығы меңгә яҡын хеҙмәткәр ҡатнашты. Майҙанға махсус техника, кинологтар төркөмө, атлы милиция һәм эске эштәр министрлығының авиаотряды вәкилдәре лә сығарылды. Тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, махсус күнекмәләре уҙған йылда Мәскәү ҡалаһы Манеж майҙанындағы ваҡиғалары һәм унда тупланған тәжрибәне иҫәпкә алып ойошторлған.

Өфөлә шулай уҡ бәлиғ булмаған тәртип боҙоусыларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәге төҙөкләндерелгәндән һуң сафҡа инде. Ике ҡатлы кирбес бинаны яңыртыуға федераль бюджеттан 29 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Үҙәк 30 урынлыҡ.

Эштәр балаларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып башҡарылған. Тәртип боҙоусыларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәгендә туҡланыу һәм медицина блоктары, күнекмәләр залы, психолог һәм педагог бүлмәләре асыла. Республиканың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, яңы учреждениела балалар араһында енәйәтселекте иҫкәртеү йәһәтенән ҙур аҙым яһалған.

XS
SM
MD
LG