Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 09:16

Миҙалһыҙ һуғышсылар


Ҡазанда Афғанстан республикаһынан совет ғәскәрҙәрен алып сығыу көне, 15 февраль 2010 йыл

Ҡазанда Афғанстан республикаһынан совет ғәскәрҙәрен алып сығыу көне, 15 февраль 2010 йыл

Афған ветерандары кемгә кәрәк. Башҡортостандан был һуғышта ҡатнашыусылар бер кемгә лә тип яуап бирә. Һәм быға сәбәптәр байтаҡ.

Шамил медицина университетында уҡып, хирург һөнәрен алғандан һуң афған һуғышына ебәрелә. Ул унда хәрби табип вазифаһын үтәй. Бынан егерме биш йыл элек дошман боевиктары улар эшләгән хәрби госпиталде шартлата. Егерме бишенсе йыл инде Шамил Хәбибуллин түшәктә ята.

Һуңғы йылдарҙа ул үҙ янына атаһынан башҡа бер кемгә лә инергә рөхсәт итмәй. Хәбибуллиндар Шамилды сит илдә дауалау өсөн юлланған аҡсаларҙы ла ҡулына алмаған. Атай кеше инвалидтар өсөн махсус койка һәм бүлмәгә ҡуйыу өсөн кондиционер хаҡында ла хыяллана. Шундай уңайлыҡтар булғанда, бәлки Шамилды күсереп йөрөтөү һәм бүлмәне елләтеп тороу мөмкинлеге лә булыр ине.

Афған һуғышын ил кимәлендәге хаталар арҡаһында тыуған һуғыш тип ҡабул итеү яугир-ветерандарҙың йомолоуына килтерҙе. Шамил Хәбибуллин кеүек ветерандар афған һуғышын мәғәнәһеҙлек икәнен күптән инде аңлаған. Шунлыҡтан да ул һуңғы йылдарҙа бер-кем менән дә аралашмай, дуҫтарының шылтыратыуҙарына ла яуап бирмәй, үҙ-үҙенә бикләгәнгән.

Афған һуғышы ветерандары шураһы рәйесе Илдар Бәҙретдинов әйтеүенсә, дәүләт өсөн афғандар битараф. Афған һуғышының хата икәнен иғлан иткәс тә, беҙ барыбыҙ ҙа йомолоп ҡалдыҡ. Шамилдың ни өсөн беҙҙең менән аралашырға теләмәгәнен беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Беҙ бит хатта үҙ миҙалдарыбыҙҙы түшкә тағып йөрөргә лә оялабыҙ.

Шамил кеүек һуғыш яраларын алып, түшәктә ятҡан ир-егеттәргә дәүләт ярҙам ҡулы һуҙһын инее, ти Илдар Бәҙретдинов. Өфө ҡалаһында түшәктә ятҡан афған ветерандары ҡырҡтан ашыу. Уларҙың һәр береһе матди һәм психологик яҡтан ярҙамға мохтаж, ти инвалидттар ойошмаһы рәйесе Наил Ғиззәтуллин.

Беҙ бер-нәмәгә ҡарамаҫтан ил алдынағы хәрби бурысты үтәнек. Ә ил беҙҙең алда бурысын үтәйме, тигән һорау бирә афған һуғышы ветерандары.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG