Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 00:50

Башҡортостанға африка тағуны ҡурҡынысы янамай


Был турала ветеринария идаралығы етәкесеһе Вәкил Буранбаев коллегия ултырышында белдерҙе. Африка тағуны көнъяҡ һәм төнъяҡ-кавказ федераль округында, Санкт-Петербург ҡалаһы, Ленинград һәм Волгоград өлкәләрендә таралған.

Республикала сусҡа киҙеүен иҫкәртеү өсөн етди саралар күрелә. Коллегия ултырышында билдәләнеүенсә, быйыл 20нән ашыу эре сусҡасылыҡ фермалары тикшерлгән. Уларҙың күпселегенә юғары хәүефһеҙлек статусы бирелгән.

Һыйыр малында осраусы лейкоз, бруцеллез кеүек сирҙәрҙең таралыуына ла республика ветеринарҙары юл ҡуймаған. Иң хәүефле төбәк тип Нуриман районы билдәләнгән. Республика өсөн айырыуса ҡурҡыныс янаған ҡотороу сирен дә быйыл кәметеүгә өлгәшелгән.

XS
SM
MD
LG