Accessibility links

Кайнар хәбәр

Баймаҡтар “Аулаҡ өй”ҙө тергеҙә


Баймаҡтар башҡорт халҡының боронғо йолаһы “Аулаҡ өй”ҙө тергеҙергә булды. Райондың Темәс ауылында “Аулаҡ өй” тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша үткәреләсәк. Артистар булып Темәс урта мәктәбе уҡысылары сығыш яһай.

Сценарий буйынса ололар балаларын өйҙә ҡалдырып, йорттан сығып китә. Ә өйҙә ҡалғандарға ҡунаҡтар килә. Күп дуҫ-иштәр йыйылған йортта бейеүҙәр, йырлашыуҙар һәм төрлө уйындар үткәрелә. Премьера 28-се ғинуарға планлаштырылған.
XS
SM
MD
LG