Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 23:53

Башҡортостан урмандарына һаҡ ҡуйыла


Республиканың урман хужалығы министрлығы законһыҙ урман ҡырҡыуҙы сикләү йәһәтенән күрелгән сараларҙы тағы ла етдиләштерә. Урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин белдереүенсә, 2010-сы йылда законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыуҙың 833 осрағы асыҡланған.

Һөҙөмтәлә урман хужалығына 76 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән. Шуға ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм һалым инспекцияһы урман хужалығы белгестәре менән тағы ла тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек ҡороу ҡарала.

Был йәһәттән урман ташыусы автомобилдәрҙе тикшереү, һалым инспекцияһы менән мәғлүмәт алышыу, урман сығарылған юлдарға видеокамералар ҡуйыу планлаштырыла.

Атап үткән саралар йыл һайын законһыҙ урман әйләнешен 15 процентҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Республиканың байтаҡ өлөшө урмандар менән ҡапланған. Әммә был байлыҡ ситкә китеп тора.

XS
SM
MD
LG