Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 15:51

Башҡортостан студенттары Мысырҙа ҡамауҙа ҡалған


Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәлә ҡаршылыҡ акциялары

Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәлә ҡаршылыҡ акциялары

Республика президенты Мысырҙа белем алыусы Башҡортостан студенттарын эвакуациялау буйынса етди саралар күрергә ҡушты.

Республика президенты хакимиәте Рәсәй хөкүмәтенең халыҡ-ара мөнәсәбәттәр департаментына, Рәсәй сит ил эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарына махсус мөрәжәғәт ҡабул итте.

Унда Мысырҙа тәртипһеҙлектәр сәбәпле ҡамауҙа ҡалған Башҡортостан студенттарына ярҙам күрһәтеү буйынса мөмкин булған барлыҡ сараларҙы күреү һорала. Республика президенты Мысырҙа белем алыусы Башҡортостан студенттарын эвакуациялау буйынса етди саралар күрергә ҡушты.

Республика президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Әл-Әзхәр университеты ятағында 50 студент ҡамауҙа тороп ҡалған. Аҙыҡ-түлек запастары бер тәүлеккә генә етәсәк. Был хәбәр иһә студенттарҙың ата-әсәләре өсөн бик ауыр хәбәр булды.

Беҙ бөгөн Мысырҙа белем алыусы Башҡортостан егеттәренең береһе менән бәйләнешкә инеп уларҙың хәлдәрен белештек. Ҡайһы бер мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, Башҡортостан студенттары каникулдарға бушлай ҡайтып килеү өсөн ялған хәбәр таратҡан. Әммә әлегә был мәғлүмәтте раҫлау мөмкин түгел.

Мысырҙа Рәсәйҙән 20 мең самаһы турист ял итә. Уларҙың араһында Башҡортостандан күпме кеше икәне тураһында әлегә тулы мәғлүмәт юҡ.

XS
SM
MD
LG