Accessibility links

Кайнар хәбәр

2011 – Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡ йылы


Президент Рөстәм Хәмитовтың 2011 йылды Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡ йылы тип иғлан итеүен милли һәм ижтимағи ойошмалар хуплап ҡаршылай.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй дәүләт шураһының сираттағы ултырышы тап ошо тема – милли мәсьәләгә ҡағыла. Ул Өфөлә үтергә тейеш. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов маҡсатлы йыл иғлан итеү республикала милләт-ара татыулыҡты артабан нығытыуҙан тыш, Дәүләт Шураһында тикшерелеүгә бер тема буласаҡ тип иҫәпләй.

Милләт-ара мөнәсәббәттәрҙе ҡанун аша ғына көйләү мөмкин түгел тине парламент спикеры Константин Толкачев. Был үтә ҡатмарлы конструкция. Шулай ҙа федераль кимәлдә ҡануни документ булырға тейеш ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе.
XS
SM
MD
LG