Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә иҫеректәр өсөн реабилитация үҙәге асылған


Өфөлә һуҡбайҙар хәҙер айнытҡыс түгел, таҙа бүлмәләрҙә айныға. Милиция ҡарамағындағы барлыҡ айнытҡыстар ябылып бөттө. Яңы йыл алдынан иҫеректәр өсөн тәүге социаль-реабилитация үҙәге асылды.

Быға тиклем Өфөлә 5 айнытҡыс булды, улар көн һайын 120-ләп кешене ҡундырҙы, байрам көндәрендә был һан артып та китте. Айнытҡыстарҙы Эске эштәр министрлығынан алып һаулыҡ һаҡлау ведомствоһына тапшырғас, дауаханалар иҫеректәр менән тула башланы, шуға күрә бындайҙар өсөн үҙәк асылған.

Айнытҡыстан төп айырма – бында йоҡлап айныҡҡас, өйгә ҡайтырға мөмкин, бер тин дә һорамайҙар. Кейемде таҙартыу йәки такси саҡыртҡанда ғына түләргә кәрәк. Кейем таҙартыу – 19, йыуыу һәм үтекләү 40 һум самаһы тора.

Душта йыуынып сығыу ҙа 20 һумдан артмай. Айырыуса урамда көн иткән асарбаҡтарға әйбәт. Уларҙы ла урамда иҫерек ятҡанда ошонда ҡуналҡаға алып киләләр. Айнытҡыста ҡуныу 600 һум ине.
XS
SM
MD
LG