Accessibility links

Кайнар хәбәр

Хәмитов Ҡәһирәнән ҡайтҡан студенттар менән осрашты


Президентыбыҙ тәүәкәллеге һоҡландырҙы. Башҡортостан гәзитенең йома һанында ошо исем аҫтында күләмле мәҡәлә баҫылды. Һүҙ - Мысырҙағы болғаныштарҙан ҡасҡан студенттарҙы алып ҡайтыу өсөн осҡос ебәреүгә бәйле.

Мәғлүм булыуынса, студенттар ярҙам һорап Башҡортостан мосолмандары Диниә Назаратына мөрәжәғәт иткәйне. Республика хөкүмәте Әл-Ҡәһирәгә махсус осҡос ебәреп уларҙы ҡайтарып алды.

Араларында Башҡортостандан тыш Татарстан, Ырымбур, Силәбенән дә кешеләр байтаҡ. Улар Өфөлә Ихлас мәсетендә ашап ял итеп алды.

Президент Рөстәм Хәмитов Ҡәһирәнән ҡайтҡан студенттар менән үҙе лә осрашты. Йәштәр менән әңгәмә ваҡытында ул Мысырҙағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынды, сыҙамлыҡтары өсөн хупланы.

Республика етәксеһе был эштә ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Ошо хаҡта ул үҙенең блогында ла яҙып сыҡты.

Башҡортостан студенттарының бер өлөшө Мысырҙан ҡайтты, әммә Ҡаһирәлә республика йәштәре ҡала әле. 15 кеше ҡайтырға йыйынмауын белдергән, ҡайһы берәүҙәр Өфөнән барған осҡосҡа өлгөрмәгән. Ҡалған студенттарҙы алып ҡайтырға кәрәк булһа, тағы осҡос бүленәсәк.
XS
SM
MD
LG