Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт Ҡоролтайы мәғариф тураһында ҡанунға тәҡдимдәр әҙерләгән


Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы мәғариф тураһында федераль ҡанунға үҙгәрештәр буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән. Мәғариф министрлығы менән берлектәге кәңәшмәлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәт әҙерләү тураһында ҡарар ителде. Үҙ сиратында республика парламенты Дәүләт Думаһына ҡанундар сығарыу башланғысын еткерергә тейеш.

Мәғариф стандарттарын барыһы ла тикшерә хәҙер. Ҡараштар ҙа бер төрлө түгел. Берәүҙәр, мәғариф системаһы хан заманғы стандарттар менән эшләй, үҙгрештәр кәрәк тиһә, икенселәре, мәктәптәрҙең матди-техник базаһы быға әҙер түгел, урта быуын уҡытыусылар өсөн дә яңылыҡтар ауыр буласаҡ тип белдерә.

Яңы уҡыу йылынан башланғыс кластарҙа ла яңы мәғариф стандарты индерелә. Уға ярашлы балаларҙың төрлө яҡлы үҫешенә ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Мәҫәлән уҡыусылар беренсе кластан компьютер, заманса технологияларҙы өйрәнәсәк, мәҙәниәт, сәнғәт буйынса дәрестәр аласаҡ, рухи тәрбиәгә лә баҫым яһала. Ошондай класттар Республиканың бер нисә мәктәбендә әле тәжрибә рәүешендә ойошторолған.
XS
SM
MD
LG