Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 00:59

Башҡортостанда Мордовия көндәре башланды


Өфөгә Мордва республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт министры Петр Тултаев этәкселегендәге рәсми делегация килде. Ҡунаҡтар Конгресс-холда "Мордва халҡы мәҙәниәте - күп милләтле Рәсәйҙең ҡаҙанышы" тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты, аннан Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Федоровка районына баралар.

Башҡортостанда 26 меңдән ашыу мордва йәшәй. Улар башлыса Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ҡырмыҫҡалы райондарын төйәк иткән. Республикала 13 мәктәптә 442 уҡыусы мокша һәм эрзя телдәрен өйрәнә.

XS
SM
MD
LG