Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡаңны ырыуы башҡорттарының беренсе йыйыны уҙҙы


Бүздәк районында Ҡаңны ырыуы башҡорттарының беренсе съезы уҙҙы. Бөтә донья башҡорттарының башҡарма комитеты һәм Муллаян Халиков исемендәге йәмәғәт фонды тәҡдиме менән үткәрелгән сарала ҡаңныларҙың гимны һәм әләме һайланды, ырыуға арналған документаль фильм күрһәтелде. Йыйынды ойоштороусыларҙың береһе Фәнил Шәрипов әйтеүенсә, был фонд ҡаңнылар тупланып йәшәгән урындарҙың картаһын төҙөү, ырыу тарихын тергеҙеү менән шөғөлләнәсәк.
XS
SM
MD
LG