Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә Эшлекле авиация форумы үтте


Бөгөн Өфөлә Эшлекле авиацияны үҫтереү буйынса беренсе төбәк кәңәшмәһе үтте. Унда Эшлекле авиация ассоциацияһы рәйесе, хәрби осоусы, Алтын йондоҙ эйәһе Валерий Очиров, Мәскәүҙән вәкилдәр ҡатнашты.


Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Рәсәйҙә эшлекле авиацияны үҫтереү өсөн тейешле хоҡуҡ базаһы юҡ, административ кәртәләр ҡамасаулыҡ яһай. Аҙ урынлы самолеттарҙы теркәү, уларҙы хеҙмәтләндереү, самолеттар паркының ярлы булыуы эштәрҙе тотҡарлай.

Эшлекле авиацияға йәшел юл асҡанда, аҙ урынлы шәхси самолеттар һәр аэропортҡа, тимәк урындағы ҡаҙнаға һиҙелерлек табыш бирәсәк, ти белгестәр. Киләсәктә һауа суднолары юлдарҙағы таксиҙар кеүек үк хеҙмәтәр күрһәтә башларға тейеш. Һәр хәлдә Эшлекле авиация милли ассоциацияһының киләсәккә планы ошондайыраҡ.

Өфө халыҡ-ара аэропорты генераль директоры урынбаҫары Әмир Солтангәрәев әйтеүенсә, беренсе төбәк форумының Башҡортостанда үтеүе беҙҙә был йәһәттән эштәрҙең алға барыуын дәлилләй. Киләсәктә Өфө аэропорты нигеҙендә кесе авиацияны хеҙмәтләндереү үҙәген асыу мәсьәләһе лә өйрәнелә тине Әмир Солтангәрәев.

Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусылар янына 5 минутҡа ғына килеп китте. Барыһын да сәләмләп ул Донъяның үҫешкән дәүләттәрендә бизнес-авиация милли итҡтисадта һиҙелерлек урын биләй, ҡаҙнаға күп миллиардлы табыш килтерә тине.

Рәсәй был йәһәттән әле бик артта. Беҙҙә йылына 40-50 мең самаһы бизнес- осош яһала. Сағыштыру өсөн, Американан - 100, Европа дәүләттәренән 10-20 тапкырға ҡалышабыҙ. Илдә эшлекле авиацияны үҫтереүҙә федераль һәм төбәк власть органдарының етди эшмәкәрлеге кәрәк.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, төбәк кесе авиацияны үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарған. Сибай, Нефтекама аэропорттары асылды, сиратта Белорет ҡалаһы тора тине Рөстәм Хәмитов.
XS
SM
MD
LG