Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 09:11

Федерация советында Айрат Ғәскәровты Анатолий Бондарук алмаштырҙы


Башҡортостан хөкүмәтенең элекке премьер-министры урынбаҫары - финанстар министры Айрат Ғәскәров Рәсәй һаҡлыҡ банкы йәмғиәте идаралығы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. Ул быға тиклем Башҡортостандан Федерация советында вәкил булды. Хәҙер сенатта Айрат Ғәскәровты Анатолий Бондарук алмаштырҙы.

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Айрат Ғәскәров Һаҡлыҡ банкында "Универсаль электрон карта" проекты өсөн яуаплы буласаҡ. Был программа һынау рәүешендә былтыр илдең 3 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда башланғайны. Айрат Ғәскәров проекттың иң тәүге менеджерҙарының береһе иҫәпләнә.

XS
SM
MD
LG