Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 22:17

Асҡар ауылы президенттан ярҙам көтә


Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылы эргәһендәге Көнсығыш биҫтәһе халҡы президенттан ярҙам көтә. Биҫтә 10 йыл элек барлыҡҡа килгән, әммә әлегә тиклем унда газ түгел, электр ҙа юҡ.

XXI быуатта кешеләр май шәм яндырып, генераторҙар менән көн күрергә мәжбүр. Проект буйынса биҫтәлә инфраструктура 6 йыл элек эшләнергә тейеш булған.

Халыҡ район етәкселегенең битарафлығына зарлана. Яңылары элеккеләренә һылтана тип яҙа улар коллектив ялыуға. Күптән түгел район газетаһында Көнсығыш биҫтәһендә газ менән электр үткәрелгән тип тә яҙып сыҡҡандар, халыҡ бөтөнләй аптыраҡта ҡалған.

Хәҙер кешеләр Рөстәм Хәмитовтың ярҙамына өмөтләнә. Хатҡа улар Һеҙ ябай халыҡ араһынан сыҡҡан, кешеләр проблемаларын яҡшы белгән кеше тип яҙа.

XS
SM
MD
LG