Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 17:40

Өфөлә наркотиктар менән сауҙа итеүселәр асыҡланған


Наркоконтроль хеҙмәте етәксеһе Валерий Кокин белдереүенсә, 15 енәйәтсе ҡулға алынған. Араларында барыһы ла юғары белемле кешеләр булған.

Тентеү барышында 3 килограм наркотик табылған. Йәшерен баҙарҙа уның хаҡы 15 миллион һумға баһалана. Бынан тыш енәйәтселәрҙән 90-ға яҡын кеҫә телефоны, 74 сим-карта, 20-ләп пластик банк карталары, ҡоралдар, ноутбуктар, 1 миллион ярым һум самаһы аҡса, шулай уҡ наркотик әҙерләү өсөн ҡатнашмалар тартып алынған.

Енәйәтселәр һаҡ аҫтында, әлегә тәфтиш дауам итә, тип белдерәләр наркоконтроль идаралығынан.

XS
SM
MD
LG