Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 10:49

Әлшәй районында 9 йәшлек малай үҙ-үҙенә ҡул һалған


Әлшәй районында ғәҙәттән тыш хәл. 9 йәшлек малай үҙ-үҙенә ҡул һала, ул аҫылынып үлә. Бала патронат тәрбиәгә алынған булған. Ғаилә өлгөләрҙән иҫәпләнгән. Шуға күрә баланың яҡты донъя менән үҙ теләге менән хушлашыуы аңлашылмай. Әле ваҡиғаны тәфтиш органдары тикшерә.

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, малай мәктәптә икеле билдәһе алған. Шуға күрә өлкәндәр уға компьютерҙа уйнауҙы тыйған. Әсә кеше өйҙә булмағанда малай сарҙаҡҡа менеп аҫылынған.

XS
SM
MD
LG