Accessibility links

Кайнар хәбәр

Хәмитов тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе


Рөстәм Хәмитов
Рөстәм Хәмитов

Президент Рөстәм Хәмитовтың тура эфирҙағы әңгәмәһенә халыҡтан ике йөҙҙән ашыу һорау булған. Рөстәм Хәмитов ике сәғәт дауамында республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе.


Уға бирелгән һорауҙар араһында йәшәйештең төрлө өлкәләре менән бәйле мәсьәләләр күтәрелде. Студенттарҙы, мәҫәлән, дөйөм ятаҡтарҙа урын етешмәүе, йәш белгестәргә торлаҡ, ауыл еренә ҡайтҡан уҡытыусылар проблемаһы, белгестәрҙең сит илдәргә китеүе кеүек мәсьәләләр борсой.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда ауыл уҡытыусыһы программаһы әҙерләнә. Торлаҡҡа килгәндә ул студенттарҙы ғына түгел, күптәрҙе борсой. Республикала был йәһәттән ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн йылына 300-350 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә кәрәк. Бының өсөн йылына 120 миллиард һумғаса сығымдар талап ителә.

Белгестәрҙең ситкә китеүе лә ошо уҡ проблемаларға барып тоташа. Йәғни лайыҡлы эш хаҡы, торлаҡ һәм эш урындары булғанда, бер кем дә ситкә китеүҙе кәрәк тапмаҫ ине.

Президент спортҡа, атап әйткәндә хоккей темаһына бәйле һорауға ла яуап бирҙе. "Салауат Юлаев" командаһы артабан да йәшәйәсәк, Ул – Башҡортостандың брэнды, тине Рөстәм Хәмитов.
XS
SM
MD
LG