Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда иммуноглобулин антирезус препараты сығарылырға мөмкин


Өфөнөң "Иммунопрепарат" ширҡәтендә яңы төр дарыу сығарыу мөмкинлеге өйрәнелә. Президент Рөстәм Хәмитов Дәүләт шураһының балалар медицинаһы мәсьәләләре буйынса ултырышында ошо теманы күтәрҙе.

Президент кире резус-факторлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Өфө ширҡәтендә препараттар сығара башларға тәҡдим итте. Башҡортостанда һәр унынсы ҡатын-ҡыҙ кире резуслы.

Әлегә иммуноглобулин антирезус препараты сит илдән һатып алына. Белгестәр фекеренсә, уны Өфөлә етештерә башлау демографик хәлде яҡшыртыуға ла мөмкинлек бирәсәк.

Ширҡәт етәксеһе урынбаҫары Мөхәмәт Алсынбаев әйтеүенсә, мөмкинлектәр бар, фәҡәт Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының рөхсәте генә кәрәк.
XS
SM
MD
LG