Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 06:13

Өфөлә өләсәй кеше ейәнен урлаған. Әсәһе исламды ҡабул иткән малайҙы өләсәй йәшергән тип фаразлана. Милиция малай менән өләсәһен һаман таба алмаған.


Әсә ҡыҙҙы, ата улды белмәгән заманалар. Өфөлә өләсәй кеше ейәнен урлаған. 2 класта уҡыған Саша Петров 23 май дәрестән һуң юғала. Ошо уҡ көндә малайҙың өләсәһе – 55 йәшлек Ирина Николаевна ла өйөнән ғәйеп була. Уны туғандарында ла, таныштарында ла таба алмайҙар.

Ошонан һығымта: малайҙы өләсәй кеше үҙ ҡыҙынан, баланың әсәһенән урлаған булып сыға. Эш шунда: әсә кеше Анна Петрова 4 йыл элек исламды ҡабул итә. Ул яулыҡ ябына, барлыҡ дини ҡанундарҙы теүәл үтәй, 5 намаҙын ҡалдырмай. Ҡатындың әсәһе – православ дин тотоусыға был оҡшамай.

Мосолманлыҡҡа күсеүен Анна Петорва ябай аңлата. Артабан тыңлаусыларға ҡатындың һүҙҙәрен "Комсомольская правда" газетаһына әңгәмәһенән тәржемәләп тәҡдим итәм:

"Урамда насар кәйеф менән китеп барғанда мәсеттән ҡөрьән уҡығанды ишеттем. Уның тауышы күңелемә үтеп инде, сыҙаманым, мәсеттең эсенә индем, бер сәғәт буйы баҫып торҙом. Аңланым: ислам – минең динем" ти Анна Петрова.

"Өләсәй кеше иһә ейәне Сашаны төрлө уйҙырмалар менән ҡурҡыта. Мин террорсы булып эшләйем, самолеттарҙа осам, кешеләрҙе шартлатам да аҙаҡ тиҙ генә өйгә ҡайтам. Баланы минең менән ҡурҡытты. Барлыҡ мосолмандар ҙа экстремист түгел бит", ти Анна Петрова "Комсомольская правда" газетаһына әңгәмәһендә.

Милиция малай менән өләсәһен һаман таба алмаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ҡатын кеше яңыраҡ бер йорт һатып алған, шунда йәшеренгәндәр тигән фараздар бар.

Бала юғалыуҙы был Башҡортостанда бер генә осрағы түгел. Благовещен ҡалаһынан 9 йәшлек Дарья Асееваны ла һаман да таба алмайҙар. 29 майҙа бала урамда уйнап йөрөгән еренән юғала. Уны ата-әсәләре, туғандары, таныштары эҙләй, милиция, водолаздар, кинологтар эҙләй. тәфтиш комитеты бала юғалыу сәбәпле Үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан. Уны тере килеш табыуға өмөттәрен өҙгәндәр.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG