Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 05:10

Республикала Ҡаранай Моратов исемен мәңгеләштерәләр


Стәрлебаш районында уның иҫтәлегенә бюст асыла. Һәйкәлдең скульпторы – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров.

Нуғай даруғаһының Бөрйән волосы сотнигы Ҡаранай – 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы лидерҙарының береһе. Емельян Пугачев уны баш күтәреүселәр армияһының полковнигы итеп тәғәйенләй.

Әле Ҡаранай Моратов исеме Стәрлетамаҡтағы урамдарҙың береһенә ҡушылған. Бюсты асыуға Башҡорт дәүләт медицина университетының оператив хирургия бүлеге етәксеһе, профессор, тыумышы менән Ҡаранай ауылынан булған Марс Юлдашев ҙур көс һалған.

XS
SM
MD
LG