Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 05:12

Өфөлә кислота тейәгән КамАЗ ҡолаған


Затон биҫтәһендә азот кислотаһы тейәгән КамАЗ ҡолай. Һөҙөмтәлә 500 литр ағыулы матдә түгелә. Урындағы халыҡ һауала һаҫыҡ еҫ таралыуына зарлана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре авария эҙемтәләрен бөтөрә. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр ителә.

Ә Ҡырмыҫҡалы районында ауылдаштарын урындағы бер фермер ағыулаған. Һалйоғот ауылында йәшәүселәр баҫыуҙарҙы химик утауҙа ҡулланылған гербицидтарҙан зыян күргән. Ашлыҡ үҫкән майҙандарҙы эшкәрткән саҡта ҡатнашмалар таралып, урындағы халыҡта ағыуланыу билдәләре асыҡлана. Тикшереү барышында, ауылда йәшәгән фермерҙың санитар талаптарҙы боҙоуо асыҡланған.

XS
SM
MD
LG