Accessibility links

Кайнар хәбәр

Иглин районында юғалған һаҡсы яҙмышы билдәһеҙ


Урман ҡасабаһында 26 майҙа булған шартлау һәм янғын
Урман ҡасабаһында 26 майҙа булған шартлау һәм янғын
Иглин районында юғалған һаҡсыны һаман да таба алмайҙар, янған йорт урынында табылған кеше ҡалдыҡтарына ла әлегә ДНК анализы үткәрелмәгән.

Урман ҡасабаһында 26 майҙа булған шартлау һәм янғындан бер кеше хәбәрһеҙ юғалған, янған өй урынында тағы бер кеше ҡалдыҡтары табылған.

Оло йәштәге инәй үҙ йортонда янып үлгәндер тигән фараздар бар. Ә юғалған кеше хәрби частә һаҡсы булып эшләгән. Уның яҙмышы билдәһеҙ ҡала. Был турала Урман ҡасабаһындағы ваҡытлыса полиция бүлексәһенән хәбәр иттеләр.

Әле Урманда янғын һәм шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. "Урал" Хәйриә фонды ла унда аҡса бирә. Фонд шураһы рәйесе Мортаза Рәхимов әйтеүенсә, мөлкәт һәм торлаҡтарын юғалтҡан ғаиләләргә ярҙам күрһәтеләсәк.

Урман ауылындағы ғәҙәттән тыш хәлдә 48 ғаилә, 116 кеше зыян күрҙе. "Урал" фонды ярҙамды аҡсалата бирә. Кем мал ала, кем һыуытҡыс - кешеләр үҙҙәре хәл итәсәк. Фондтың төп бурысы - ҡапыл килеп сыҡҡан бәләлә финанслау өсөн башҡа сығымдар булмағандарға ярҙам итеү.
XS
SM
MD
LG