Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 00:45

Башҡортостанда 44 ҡала-яны маршруты ҡанунһыҙ булыуы асыҡланған


Башҡортостанда ҡала-яны маршруттары буйынса пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе эшҡыуарҙар тикшерелә. Был эш менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, автоинспекция һәм автомобиль юлдарын күҙәтеү федераль хеҙмәте шөғөлләнә.

Тикшереүҙәр барышында 44 маршруттың ҡанунһыҙ булыуы асыҡланған. Был йүнәлештәрҙә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүселәрҙең лицензияһы булмаған. Бындай маршрут автобустары Төнъяҡ һәм Көньяҡ автостанцияларҙа, аграр университет, Галле округы, Үҙәк баҙар, Дан Бульвары, Колхоз баҙары туҡталыштарында халыҡты йыйып ала.

XS
SM
MD
LG